Степени ордена и правила ношения

I степень — Крест на ленте шириной 10 см через левое плечо, звезда на правой стороне груди; 350 или 200 руб. ежегодной пенсии;

II степень — Крест меньшей величины на шее на ленте шириной 4,5 см («Анна на шее»[4]); 150 или 120 руб. ежегодной пенсии;

III степень — Крест ещё меньшей величины на груди на ленте шириной 2,2 см; 100 или 90 руб. ежегодной пенсии;

IV степень — Крест на эфесе холодного оружия и темляк из Орденской ленты («Клюква»); 50 или 40 руб. ежегодной пенсии.

Когда орден пожалован за военные подвиги, к знакам 1-й, 2-й и 3-й степени присоединяются по два меча, накрест лежащих посредине креста и звезды, к знаку 4-й степени присовокупляется на эфесе надпись «За храбрость».

Правила ношения степеней ордена Святой Анны (слева направо с 4-й по 1-ю)

В отличие от всех других российских орденов, звезда ордена Святой Анны носилась не на левой, а на правой стороне груди.

При пожаловании ордена высшей степени знаки низших степеней не носятся (за исключением знаков с мечами и знаков ордена 4-й степени на холодном оружии).

 

Император Александр I Ырымбур өйәҙе 9-сы башҡорт кантонына тапшырған Император Александр Байрағы:

 

 

Францияның Хөрмәтле Легион ордены:

 

В книге В.М.Корнеева и Л.В.Михайлова "Медицинская служба в Отечественную войну 1812 года " рассказывается, что "для ... больных воинов, обслуживали сто восемьдесят санитаров, шестьдесят сестер милосердия и десять квалифицированных врачей.

В грозные дни Отечественной войны 1812 года образовалось первое из женских благотворительных обществ в России — «Женское патриотическое общество». Оно объединило русских женщин, воочию наблюдавших ужасы войны и старавшихся в меру своих сил и возможностей облегчить судьбу вдов и сирот, помочь раненым и калекам.

 

 

Рәсәй шәфҡәт туташтарына миҙал.

 

 

Наполеон алтын тәңкәһе.

 


 

 

БЕРЕНСЕ ШАРШАУ

Беренсе сәхнә

 

29.08.1812. Рәсәй ғәскәрҙәре (1-се Көнбайыш армия – сардары Барклай де Толли һәм 2-се Көнбайыш армия – сардары Багратион), ҡаты һуғыштарҙан һуң Смоленск һәм Вязьма ҡалаларын Наполеон Бонапарт илбаҫарҙарына ҡалдырып, Вязьманан ун саҡрым төньяҡ-көнсығышҡа табан Мәскәү юлы буйындағы Федоровка ҡасабаһы төбәгендә туҡталған. Баш Штаб урынлашҡан бинаның ҙур залы, төпкө бүлмәгә – ябыҡ ҙур ишек. Ашығыс кәңәшмәгә йыйылған генералдар: Штаб башлығы Беннигсен, Барклай де Толли, Багратион, Платов.

 

Баннигсен. Генерал әфәнделәр, һеҙҙе фекер алышырға саҡырҙыҡ. Ошо минуттарҙа Император (төпкө бүлмә яғына ымлап) кенәз Кутузов-Голенищев менән айырым кәңәшләшә, йәғни (ҡәнәғәтһеҙ) йәнәһе «Суворовтың һөйөклө шәкерте» менән... Алъйып бөткән ҡартлас һөйрәлеп сыҡҡанға тиклем, фекерләшә торайыҡ. Беләһегеҙ, хәлдәр ифрат ҡатмарлы. Сигенәбеҙ ҙә сигенәбеҙ – һәр беребеҙ өсөн изге ҡала Смоленск менән Вязьманы ла Бонапартҡа ҡалдырҙыҡ...

Багратион. Баш сардар Барклай әфәнденең табан ялтыратыу стратегияһы.

Барклай. Минеке генә түгел, беләһегеҙ, Неймандан алып ошоғаса Император ҡулы аҫтында эшләнем. Һәм был – табан ялтыратыу ҙа түгел, ә, алдан күреп иҫәпләнгәнсә, һуғыша-һуғыша дошманды ҡанһыратыу.

Беннигсен. Уныһы шулай, Император етәкселегендә...

Багратион. Күпме туҡыным: Смоленскиҙа түгел, ә Нейман ярында уҡ аждаһаның аҙау тештәрен һындырырға, тип.

Беннигсен. Петр Иванович, ғәҙеллек өсөн танырға кәрәк: ул аждаһа аҙау тештәре алты йөҙ мең штыктан хасил инен, ә беҙҙеке...

Барклай. Ике ярым тапҡырға кәмерәк.

Платов. Эйе, тештәребеҙ ел үтмәле һирәгерәк ине шул. Ә шулай ҙа Рәсәй еренең һәр ҡарышын йән аямай һаҡланыҡ, француздарҙың ҡанын туҙҙыртып тешләштек.

Барклай (Багратионға). Әгәр һеҙҙеңсә Нейманда уҡ йөҙгә-йөҙ бәрелешһәк, Наполеон һеҙҙе лә, мине лә дөмбәҫләп ҡыйнар ине, Рәсәйҙең үҙаллылығы шунда көл булып ятып ҡалыр ине.

Беннигсен. Белмәйем, белмәйем... барыһы Хоҙай ҡулында.

Платов. Минеңсә, Император менән башсардар стратегияһы үҙен аҡлай: Наполеон колонналарын юл буйы туҙҙырабыҙ, аҙыҡ-түлек ылауҙарын, дары-йәҙрә йәшниктәрен шартлатабыҙ. Армияһы күҙгә күренеп кәмей.

Барклай. Ә беҙ армияны һаҡлап алып ҡалдыҡ, армия барҙа – Рәсәй ҙә бар.

Багратион (ҡыҙышып). Михаил Богданович, ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе аңламайым: ҡурҡаҡлыҡмы был?

Беннигсен. Юртаҡлыҡ ҡына, тип әйтенр инем, сөнки генералдың батырлығын донъя белә. Әммә өҙлөкһөҙ сигенеү бер кемде лә биҙәмәй. Армияла ҡәнәғәтһеҙлек арта.

Багратион. Ужасно, һалдаттарым башсардарҙы тәбрикләмәй башланы...

Беннигсен. Баш Штабҡа хаттар килә: башҡалабыҙ Санкт-Петербургта ла, тәүге башҡалабыҙ Мәскәүҙә лә был эште хупламайҙар...

Багратион. Етер, күп сигендек!

Барклай. Петр Иванович, ғәфү, һеҙҙең кавказ яндырайлығын аңлайым, ләкин...

Багратион. Ғәфү, һеҙҙең һалҡын немец ҡаны...

 

Төпкө бүлмәнән Император адъютанты Чернышев сыға.

 

Чернышев. Салют, генерал әфәнделәр. Әйҙәгеҙ, ҡандар тишерешмәйек, сөнки ул барыбыҙҙың да буталып бөткән. Уға ҡалһа, Кутузовты ла «татар Ҡотдос тоҡомо» тип ғәйбәтләйҙәр, ә башҡаларыбыҙҙыҡын әйтеп тә тормайым. Башсардар немец булыуы сәбәпле армиябыҙ сигенә, тигән насар хәбәр таралған. Шул Барклай де Толли арҡаһында армиябыҙ хәл иткес һуғышҡа әҙерлеген һаҡлап ҡалғанлыҡты белмәйҙәр. (Платовҡа). Матвей Иванович, Смоленск янында айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәр килдеме?

Платов. башҡорт полкының өс ҡаһарманы полусотня ҡарауылы менән көтөп тора ихатала.

Чернышев. Император үҙе күрергә теләй, кәрәк саҡта индерерһегеҙ.

Багратион. Петр Иванович, секрет булмаһа, алдан әшкәртегеҙсе: Император ул Кутузов-ҡартлас менән нимә хаҡында серләшә?

Чернышев. Секрет түгел (төпкө бүлмә ишеген ҡыҫыбыраҡ аса ла кире яба, унда яғымлы бер көйгә зауыҡлы һыҙғырыу ишетелә). Аңлашылдымы? Зауыҡлы һыҙғырыу сәнғәтенән күргәҙмәле дәрес бара (бүлмәгә инеп китә).

Багратион (һыҙғырып). Фи-ю! Һыҙғырып ҡына Мәскәү тупһаһына килеп еттек...

Беннигсен (әсе йылмайып). Императорҙы беләһегеҙ: Баш Штабта ғәҙәттән тыш мөһим фекер алышыуҙар барышында ла үҙенең шул моңло көйҙәрен сығарып зауыҡлана...

Барклай. Тимәк, эшебеҙ ышаныслы.

Платов. Императорҙың һыҙғырыуы француздарға пушка гөрһөлдәүенән дә дәһшәтлерәк!

 

Ростопчин керә.

 

Ростопчин. Ур-ра! Смоленск менән Вязьма дөрләп яна, француз йораттары ут эсендә ҡалған ҡара тараҡандарҙай тыбырсына!

Беннигсен. Ҡыуанмағыҙ! Һеҙ, хөрмәтле Мәскәү гөбөрнәтере, әллә үҙегеҙ ут төрттөгөҙмө? Ниңә бында сыуалып йөрөйһөгөҙ?

 

Ростопчин. Мине Император үҙе саҡырҙы.

Беннигсен. Платов, ниңә яна? Аръергардта һеҙ килдегеҙ.

Платов. Беҙ киткәндә ҡалалар янмай ине.

Ростопчин. Ҡара халыҡ ут һалған, ҡасаҡтарҙан һорашып белдем. Урыҫ мужигына дан! Илбаҫарҙың баҫҡан бер ерендә тупраҡ дөрләргә тейеш! Һәм дөрләр!

Багратион. Унда минең мөлкәттәрем...

Ростопчин. Мөлкәттәребеҙҙән француз кинәнмәһен – көл генә тороп ҡалһын!

Беннигсен. Мәскәүҙәге мөлкәттәрегеҙ дөрләһә, былай һайрамаҫ инегеҙ.

Ростопчин. Дөрләһен! Француз килә ҡалһа, мин үҙем ут төртөргә әҙер!

 

Төпкө бүлмәнән Чернышев, Кутузов, һыҙғыра-һыҙғыра Император Александр сыға.

 

Александр. Привет, генерал әфәнделәр!

Бөтәһе бергә. Здравия желаем, Ваше Высочество!

Александр. Ҡыҫҡаһы, Мәскәү юлында торабыҙ, әммә ғәскәрҙәребеҙ теүәл, ҡоралдарыбыҙ ҡулда. Артабан ни эшләргә?

Багратион, Беннигсен. Ошонда уҡ дошмандың башын-тояғын бер юлы тизырға!

Платов. Минең корпус Напашканың кәлтә ҡойроғон өҙәсәк.

Александр (Кутузовҡа). Ә һеҙ, Михаил Илларионович, ни әйтерһегеҙ?

Кутузов. Иң элек Михаил Богданович Барклай де Толли нимә тир?

Барклай. Һуғыш өсөн көйлө ошо урынға, Хоҙайға шөкөр, ике армиябыҙҙы ла иҫән-һау килтереп еткерҙем; әгәр Император бойорһа, ғәскәр бөгөндән үк дошман менән йөҙгә-йөҙ бәрелешергә әҙер. Ә шулай ҙа...

Багратион. Нимә тағы «шулай ҙа»?

Барклай. Ваше Высочество, беләһегеҙ, Ватан өсөн башымды һалырға әҙер, ләкин әлеге мәлдә бер фекеремдә ҡалам, йәғни генераль бәрелешкә иртәрәк, дошман колонналарын төрлө яҡлап бөлдөрә-бөлдөрә сигенә биреү хәйерле.

Платов. Минең казактар уларҙы юл буйынса туҙҙырҙы, артабан да туҙҙырасаҡ.

Александр. Йәнә кем ниндәй фекерҙә?

Ростопчин. Ваше высочество, мин Һеҙҙең һәм Барклай де Толли стратегияһын тулыһынса яҡлайым. Наполеондың күтенә хәҙер ут ҡапты, артабан дөрләп янасаҡ. Хоҙайға шөкөр, Рәсәйенбеҙ иңе киң – генераль бәрелеште ашыҡтырмау хәйерле. Оҙайлы сигенгәндә лә, илбаҫарҙар өсөн Рәсәй Императоры Мәскәүҙә лә хәтәрлекле, Ҡазанда ла ҡурҡыныслы, Тобольскиҙа ла еңелмәҫ көс булып ҡаласаҡ! Мәскәү ҡалаһын ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерләнек, ҡала халҡынан ополчение туплап ҡоралландырҙыҡ.

Александр (бер быуа күңелле һыҙғырып уйланып ала). Федор Васильевич, һеҙҙе бөгөндән Мәскәү ополчениеһының сардары итеп тәғәйенләйем. Әҙер торорға!

Ростопчин. Есть, беҙ әҙер!

Багратион. Ваше высочество, быны нисек аңларға? Мәскәүгәсә һаман сигенергәме?

Александр. Кәрәк булһа, Камчаткаға барып етербеҙ. Бөгөндән башлап, армияның баш сардары итеп Кутузов-Голенищев тәаәйенләнә. Барклай де Толли 1-се Көнбайыш армия сардары вазифаһында ҡала. (Кутузовҡа) Кенәз...

Кутузов. Генерал әфәнделәр, стратегия үҙгәрмәй. Армия сардарҙары ғәскәрҙәренә китә. Билдәләнгән маршруттарҙан сигенеүҙе дауамларға!

Барклай (суҡынып). Хоҙайға шөкөр, һуғыш арбаһын тау үренә мендерҙем, инде үҙенән-үҙе тәгәрләйәсәк.

 

Барклай де Толли, Багратион китә.

 

Александр (Беннигсенға). Ватан һуғышы бара, бөтә Рәсәй халыҡтарын йәлеп итергә кәрәк, бигерәк тә башҡорттарҙы.

Беннигсен. Так точно, Ваше высочество. Уларҙың бер төркөмө көтөп тора.

Кутузов. Керһендәр. Мин уларҙы төрөк һуғышынан уҡ яҡшы беләм.

 

Ҡаһарман, Йәнтүрә, Ғәзимә инә. Император тәҙрә төбөндә тышҡа ҡарап тора, Александр Алябьевтың «Һандуғас»ын һыҙғырғылай.

 

Кутузов. Балаҡайҙар, исемдәрегеҙ?

Ҡаһарман. Подпоручик Ҡаһарман Буранғолов буламын. Эргәмдә (күрһәтеп) вахмистр Йәнтүрә Этбаев, уның хәләл ефете -- сотник вазифаһын башҡарыусы Ғәзимә ханым.

Александр (торған урынынан әйләнеп ҡарап). Тышта башҡорт яугирҙәре.

Платов. Эйе, Ваше высочество, минең данлы казактарым.

Александр. Өҫ-баштары һәләмә – кисекмәҫтән баштан-аяҡ кейендерергә!

Платов. Ваше высочество, өҙлөкһөҙ хәрәкәттәбеҙ, кейем-һалым етешмәй...

Александр. Ростопчин әфәнде, һуғыштан файҙаланып, Мәскәү ҡаҙнаһын ҡомаҡтар ҡайыҙламанымы?

Ростопчин. Ваше высочество, бөгөн үк курьер елдертәм, бөтәһен тиң энәнән-ептән кейендертәм!

Александр (бер быуа һыҙғырыуын өҙөп). Ниндәй көй, беләһегеҙме?

 

Генералдар аптырап ҡала.

 

Александр. Белмәйһегеҙ. (Тынлыҡ).

Ғәзимә. Ваше высочество, башҡорттоң «Һандуғас» көйө.

Александр. Ә?

Йәнтүрә. Эйе, Ваше высочество, беҙ был көйҙө ротмистр Алябьев менән икәүләшеп бергә сығарҙыҡ.

Александр. Ротмистр Алябьев һеҙҙең полктамы ни?

Платов. Ваше высочество, Алябьев менән Йәнтүрә лазарета бергә ятҡайны.

Йәнтүрә. Башҡорт көйөн мин ҡурайҙа һыҙҙырттым, ә ул нотаға һалды. Бына (Алябьевтың «Соловей»ын ҡурайҙа уйнай, Император кинәнеп ҡуша һыҙғыра).

Александр. Нотаны ла беләһегеҙме?

Йәнтүрә. Юҡ, нотаны танымайым.

Ғәзимә. Әммә беҙҙә көмөшкә яҙылған боронғо ноталар бар. Теләһәгеҙ, күрһәтәм.

Александр (яҡынлап). Ҡыҙыҡ, бик ҡыҙыҡ.

Ғәзимә. Бына, Ваше высочество, сулпымдағы тәңкәгә яҙылған «Саҡ-Суҡ» көйө.

Александр. Вот тебе на! -- был бит Ватан тарихы! О ниндәй оҙон толом! (Тәңкәләрҙе сылтыратып, адъютантына). Алябьевҡа иҫкәртергә: һуғыштан һуң башҡорт йәйләүҙәрен гиҙһен, ноталарҙы ҡағыҙға күсереп алып, академияға тапшырһын!

Чернышев (ҡуйын дәфтәренә теркәп). Үтәлер, Ваше высочество.

Платов. Француздарҙы баҡтыртып Смоленск күперен шартлатҡанда Ғәзимә ханымдың ҡыйыулығы хәл ҡылды: еңә башлаған дошманға сотняһы менән ташланып, дон казактарын үлемдән һәм әсирлектән араланы.

Александр. Гүзәл зат, тиңһеҙ батырлығығыҙҙы өсөнсө дәрәжә Изге Анна ордены айбарлаһын (ҡыҙыл таҫмалы орденды Ғәзимәнең муйынына кейҙертә). Мосолмандар өсөн махсус айһүрәтләп эшләнгән. Ҡотлайым!

Ғәзимә. Ватанға хеҙмәт итәм!

 

Император Йәнтүрәгә яҡынлаша.

 

Ҡаһарман. Ваше высочество, рөхсәт итегеҙ. Полк командирының ярҙамсыһы, полк муллаһы, танылған ҡурайсы-импровизатор вахмистр Йәнтүрә Этбаев. Ғәскәрҙәребеҙ артында дошманды Смолнеск күперенән үткәрмәйенсә тотоп торҙо.

Александр. Икенсе дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләйем (орденды беркетә) һәм подпоручик дәрәжәһенә күтәрәм. Ҡотлайым!

Йәнтүрә. Ватанға хеҙмәт итәм!

 

Император Ҡаһарман тәңгәлендә туҡтала.

 

Александр. Капитан Ҡаһарман Буранғолов...

Чернышев. Сир, ғәфү итегеҙ, уның званиеһы поручик.

Александр (адъютантына). Яҙып ҡуйығыҙ, капитан Буранғолов. Кемлеген аңлатыу кәрәкмәй, уның менән беҙ 1807 йылғы Фридланд янындағы ҡаты һуғыштан уҡ яҡшы таныштар... Унда поручик ине, ә хәҙерен – капитан. (Ҡаһарманға) Хәтерләйем, ул саҡта атайығыҙҙың – полк командиры майор Буранғол Ҡыуатовтың ярҙамсыһы инегеҙ, икегеҙҙең дә ҡылысҡа «Ҡаһарманлыҡ өсөн» Изге Анна миҙалы беркетелде. Күрәм, данлы ҡылыс һис тә һынатмай үҙен.

Платов. Ваше высочество, Башҡорт полкы командирының шәхси батырлығы арҡаһында Смоленск күпере аша имен сығып өлгөрҙөк һәм күперҙе илбаҫарҙың табаны аҫтында шартлаттыҡ.

Александр (ҡыҙыл таҫмалы орденды Ҡаһармандың муйынына кейҙертеп). Ҡаһарманлыҡ билдәһе итеп һеҙгә -- өсөнсө дәрәжә Изге Анна ордены. Ҡотлайым!

Ҡаһарман. Ватанға хеҙмәт итәм!

Александр. Атайығыҙ Буранғол Ҡыуатов ҡылысы менән империяға яҡшы хеҙмәт иткәйне. Ырымбур генерал-губернаторы кенәз Волконский хәбәр итеүенсә, кантон башлығы сифатында ла һынатмай, Ватаныбыҙ мәнфәғәтенә тырышып эшләй. Башҡорт полктары төҙөп һуғышҡа оҙатҡаны һәм кантон менән идара итеүҙәге уңыштары өсөн беҙ уны өсөнсө дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнек, ә кантонға үҙебеҙҙең Император Байрағын тапшырҙыҡ.

Ҡаһарман. Ваше высочество, ул шанлы Александр Байрағы аҫтында бөтөн Башҡортостан халҡы изге Ватан һуғышына күтәрелә, фронтҡа оҙатырға икешәр атлы биш йөҙ яугирҙән торған яңы полктар төҙөй.

Александр. Башҡорт халҡы шундай нисә полк бирергә һәләтле?

Ҡаһарман. Утыҙлап полк булыр. Атайымдан хат килде: беҙҙең 9-сы кантон үҙе генә лә дүрт полк оҙатырға әҙер, тип яҙа.

Александр (адъютантына). Башҡорттарҙың үҙбашланғысын хупларға һәм ошо хаҡта Волконскийға – бойороҡ, кантон башлығы Ҡыуатовға шәхси мәктүб күндерергә. (Чернышев дәфтәргә теркәй).

Платов. Ваше высочество, ғәскәрҙә аттар кәмене... ә башҡорт аттары – иң түҙемле, шәп аттар...

Ҡаһарман. Ваше высочество, рөхсәт итһәгеҙ, үҙем ҡайтып әйләнер инем, был эштәрҙе тиҙләтергә.

Александр. Рөхсәт. Атайығыҙға сәләм!

Ҡаһарман. Есть, Ваше высочество!

Кутузов. Һәй любезные мои, маладис башҡорттарым!

 

Башҡорттар сығып китә, күп тә үтмәй, ат тояҡтары тыпырлауына ҡушылып ҡурай тауышы, күмәк йыр («Любезники, любизар») яңғырай, генералдар баҫып тороп тыңлай:

 

Беҙ һуғышҡа ингәндә,

Бәхилләштек барыбыҙ.

Беҙ һуғыштан сыҡҡанда,

Алдан сыҡты даныбыҙ.

Любезники, любизар,

Маладис, маладис.

Француздар танынылар

Әрәсәйҙә үҙҙәрен.

Урыҫ, башҡорт ҡыҫмаҡлағас,

Таба алмайҙар эҙҙәрен.

Любезники, любизар,

Маладис, маладис...

 

 

Икенсе сәхнә

 

Буранғол кантондың йәмле Һаҡмар буйындағы йәйләүе, аҫыл биҙәкле ҡуштирмә алды; тирмә йөҙлөгөнә, бөтә киңлегендә киреп, Александр Император Байрағы беркетелгән; тирмә алдында түшәлгән аҡ кейеҙҙә ҡымыҙ табыны, аяҡ салып Буранғол, Боҫҡон аҡһаҡал ултырған; Буранғолдоң йәш ҡатыны Юлдашбикә, килеп-китеп, табын хәстәрләп йөрөй; табынға ҡаршы төпкө планда тирә-яҡ кантон башлыҡтарының, муллаларының йыйылыуы һиҙелә-ишетелә; Ырымбур хәрби гөбөрнәтере кенәз Волконскийҙың килеп етеүен көтәләр.

 

Боҫҡон. Оҙаҡланы. Гөбөрнәтерҙе әйтәм.

Буранғол. Оҙон юл бит. Ҡаһарманым ҡаршы алырға ките.

Боҫҡон. Буласаҡ кейәүебеҙгә лә тынғы юҡ: әле генә һуғыштан ҡайтып төштөм, тимәй, кантондар буйлап саба ла саба, хата буласаҡ кәләшен барып күрергә лә форсат тапмай. Ахыры бына ейәнсәрем Зөләйхәне үҙем етәкләп килтерҙем, йола хупламаһа ла.

Буранғол. Ҡаһылай итәһең, мөһим дәүләт эше менән йөрөй бит. Ә йоланың ҡануны үҙебеҙҙең ҡулда – килтереп яҡшы иткәнһең. Йә, буласаҡ ҡоҙа, һаумал ҡымыҙҙан рәхим ит.

Боҫҡон (туҫтаҡтан һемереп). Һәй ҡымыҙы ла ҡымыҙы, гөбөрнәтерҙең генә түгел, батшаның телен йотторторлоҡ! Зөләйхәмдең тулыр-тулмаҫ ике йәшендә Ҡаһарманыңдан ҡолағын тешләттерткәйнек, кәләшең булыр, тип инселәп ҡуйғайныҡ. Бына буйға ла етте.

Буранғол. Буласаҡ киленгә, тим, нисә йәш инде хәҙер?

Боҫҡон. Ун алтыһы менән ките, туйлар ваҡыты етте. Күргәнһеңдер.

Буранғол. Ҡыҙҙар тирмәһендә йәшереп тоталар, Ҡаһарманың күрһен иң элек, тиҙәр.

Юлдашбикә. Гөлсәскәләй һылыу ҡыҙ, Зөләйхәбеҙҙе әйтәм. Әллә ҡасан уҡ өйләнмәй, әфисәр булып йөрөп ҡартая инде...

Буранғол. Йәш бисәкәймен, тигәс тә, тәртәнән сығып барма әле, һин тапҡан бала түгел. Әсәһенең ризалығы менән йөрөй. Илде баҫҡан ҡара яуҙы ҡайтармай тороп, егет кеше ҡылысын ҡынға тығырмы?!

Боҫҡон. Уныһы шулай...

Юлдашбикә. Шул ҡарт ҡатыныңдың һүҙе генә һүҙ...

Буранғол. Уның ҡарауы һин генә ҡуйынымда. Үҙем менән һуғышҡа ла алып китермен әле.

Боҫҡон. Бәй, ошо йәшеңдә һуғышҡа елкенәһең...

Юлдашбикә. Онотма, бер иле лә ҡалмайым!

Буранғол. Әйттем бит инде! (Ат тояҡтары тыпырлай).

Юлдашбикә. Әнә, ҡайтып та төштө, ғүмере оҙон булғыры.

 

Ҡаһарман керә, табындағылар тора.

 

Ҡаһарман. Әссәләмәғәләйкүм, ил ағалары! (Ҡушҡуллап Боҫҡон менән күрешә). Һаумы, буласаҡ ҡайным!

Боҫҡон. Вәғәләйкүмәссәләм, буласаҡ кейәү-балаҡай! Онотмағанһың икән.

Ҡаһарман. Онотоу ҡайҙа инде ул: ҡайтыуым менән ҡолаҡҡа атай туҡыны.

Боҫҡон. Әфисәр булдым, тигәс тә, үҙ башың, йөрәгең юҡмы әллә, атаңа һылтанмаһаң!

Юлдашбикә. Сер итеп кенә әйтәйем, Ҡаһарманыбыҙ, ҡайтып төшкән көнөндә үк, кәләшем Зөләйхә ни хәлдә, тип һораны минән.

Боҫҡон. Бәрәкалла, бәрәкалла.

Ҡаһарман. Губернатор килеп етте. Күрше йәйләүҙә ҡалдылар.

Буранғол. Бисәкәй, аш-һыуыңды әҙерлә!

Юлдашбикә. Әҙер, әҙер! (Йүгереп сығып китә).

Боҫҡон. Ул килеп төшкәнсе, йоланы яңыртайыҡ. Егет менән ҡыҙ күрешһен.

Буранғол. Бисәкәй!

Юлдашбикә. Хәҙер, хәҙер!

 

Оялып битен ҡапларға тырышҡан Зөләйхәне етәкләп килтерә лә уның ҡулын Ҡаһарманға тотторта.

 

Юлдашбикә. Ас йөҙөңдө.

Зөләйхә. Эй, оялам...

Ҡаһарман. Ух, ҡайһындай ҙа һылыуланып үҫеп еткән кәләшем!

Боҫҡон. Буйға ғына түгел, аң-белемгә лә ныҡ үҫте ейәнсәрем. Ырымбурҙа кенәз Волконский астыртҡан хәрби табиптар мәктәбендә уңышлы уҡып ҡайтты.

Ҡаһарман. Оһо! Беҙҙең полка тап шундай лекарҙар кәрәк.

Зөләйхә. Барам, барам! Үҙең менән алып кит!

Ҡаһарман. Онотманыңмы?

Зөләйхә. Онотоу ҡайҙа инде, һағынып-һарғайып көттөм.

Боҫҡон. Балаҡайҙар, йәшерен-батырын түгел, йола яңыртыр ваҡыт.

Ҡаһарман, Зөләйхә (икеһе бер юлы). Ә?!

Буранғол. Бәләкәй сағыңдағылай, кәләшеңдең ҡолағын тешләп нығыт.

Зөләйхә. Эй, оялам ... (Ә шулай ҙа Ҡаһарманға ҡолағын яҡынлата).

Ҡаһарман. Зөләйхәм! (Ҡолағын тешләгән булла ла ҡыҙҙы ҡосаҡлап үбә, Зөләйхә уның муйынына һарыла).

Күмәге. Бәрәкалла, бәрәкалла, изге йола яңырҙы!

Зөләйхә. Мине ҡалдырма, ҡалдырма! Үҙең менән алып кит!

Ҡаһарман. Эй Зөләйхәм, Зөләйхәм, ҡанлы яуға китәм бит...

Зөләйхә. Ҡаның аҡһа, туҡтатырмын, йоҡоң ҡасһа, йоҡлатырмын – яуҙа тоғро юлдашың, йәнуҙағың булырмын...

Ҡаһарман. Сабыр ит, мине көт...

 

Тирмә артынан һөрән: -- Гөбөрнәтер ылауы килеп етте! Ҡаһарман ашығып йүгерә, Зөләйхәне Юлдашбикә етәкләп алып китә. Волконский, Ладыгин, Ҡаһарман инә, ҡунаҡтарҙы аяғөҫтө тороп, ҡушҡуллап ҡаршылайҙар.

 

Ҡаһарман. Атай, ҡунаҡтарҙың күңелен күрә тороғоҙ, мин йыйынды барлайым (китә).

Буранғол. Хуш килдегеҙ, кенәз әфәнде, хуш килдегеҙ, атаман. (Күмәк шау-шоулы сәхнә төбөнә ишарап). Майҙанда тирә-яҡ аҫыдары йыйылды, Ватан һуғышы тураһында вәғәзегеҙҙе көтәләр. Ә тәүбашта юлаяғы һыйҙан рәхим итегеҙ. (Аяҡсы ҡымыҙ ҡоя, тулы туҫтаҡтарҙы тотторта).

Волконский (һемереп). Һәй был үҫәргән ҡымыҙы! Генералиссимус Суворов менән бергә төрөк һуғышында ярылған башымдың зыңҡыуын ошо ҡымыҙ бөтөрҙө. Әйткәндәй, мине төрөк ҡылысынан туратмаған Ладыгин әфәнде була был, һеҙҙең Эйек йылға тамағындағы Воздвиженск крепосы атаманы.

Табындағылар: -- Беләбеҙ, беләбеҙ.

Волконский. Һәм мин уға әйттем: минән үрнәк ал, казак, башҡорт ерендә башҡортса һөйләшергә өйрән, тинем. Шулаймы?

Ладыгин (туҫтаҡ түңкәрә эсеп). Ух! Шулай. Йылға аша йәшәһәк тә, башҡорт белештәрем күп. Мәҫәлән, бынауы природный кенәз Боҫҡон Дуянов уҙаман.

Волконский (бармаҡ янап). Белеш, белеш, тигән булып, башҡорт ерҙәренән казактарың өлөш тамшана икән, тип ишеттем, быныһы ла шулаймы?

Боҫҡон. Шулай, шулай...

Ладыгин. Шулайын шулай ҙа... сабынлыҡтар етмәй...

Волконский. Арендаға алып сабырға кәрәк. Һуғыш бөткәс, яҡшылап уйлашырбыҙ.

Буранғол. Кешеләр йыйылып бөткән, башларға ваҡыт.

Волконский. С Богом, башлайыҡ.

Буранғол (Император Байрағы алдына баҫып). Йәмәғәт, Император Александр ғали йәнәптәре беҙҙе ҙурлап тапшырған ошо Байраҡ алдында яҡты йөҙөбөҙ, пак күңелебеҙ менән баҫып торабыҙ. Императорҙың үҙ ҡулы менән беҙгә һәм ғөмүмән башҡорт халҡына яҙған хитапнамәһен дә беләһегеҙ. Бисмилланы нисәмә ҡабатлаһаң да иҫкермәй, тигән кеүек, хәҙер шуны Императорҙың үҙ телендә капитан Ҡаһарман Буранғолов уҡып ишеттерер.

Ҡаһарман (уҡый). «Божией милостью, Мы, Александр Первый, Император и Самодержец Всероссийский и прочие, прочие, прочие... Нашему Девятому Башкирскому кантону. В воздание верности вашей и усердие к Нам оказанное, жалуем вам... Наше Императорское Знамя, повелевая употребить оное на службу Нам и Отечеству с храбростью и ревностью единому Российскому войнству свойственным. Пребываем вам Императолрского Нашуго Милостию Благосклонны. Дана в Санкт-Петербурге, Мая 31 дня 1805 года. Александр».

Буранғол. Йәмәғәт, бына тора ҡаршығыҙҙа, һеҙҙе тәбрикләп, ул Байраҡ! Йәшәһен Император!

Йыйын: -- Ур-рааа! Йәшәһен Император!

Ҡаһарман. Һәм бына Император ғали йәнәптәренең үҙ ҡулы менән яҙған икенсе хаты: «Господин поручик Бурангул Куватов. В воздоянии отличной храбрости, оказанной вами в сражениях 4 и 6 июня противу французских войск, где вы, нанося удары неприятелю, поступили храбро, ободряя примером своих подчиненных, жалую вас кавалером ордена Святой Анны третьего класса, коего знак, к вам доставляя, повелеваю возложить на себя и носить по установлению, уверен будучи, что он послужить вам поощрением к вящему продолжению усердной службы вашей. Пребываю вам благосклонный Александр. Санкт-Петербург 1 май 1808 год».

Буранғол. Орденды ла, бер миңә генә түгел, ә бөтөн башҡорт халҡына тип һанайыҡ. Һәм мин, Императорҙың беҙгә ышанысын аҡлап, был һуғышҡа ла атлы полкым башында китәсәкмен!

Йыйын: -- Афарин, ил ағаһы, афарин!

Ҡаһарман. Йәмәғәт, ағай-эне! Яуыз француз ғәскәрҙәре Ватаныбыҙ сиктәренбоҙҙо, дәһшәтле Ватан һуғышы башланды. Үҙем китәм бөтөн ил менән яуға!

Йыйын: -- Яуға! Яуға!

Ҡаһарман. Оло башын кесе итеп, генерал-губернаторыбыҙ кенәз Сергей Георгиевич килеп етте, уның вәғәзен тыңлайыҡ.

Волконский. Ҡәҙерле башҡорттарым, Рәсәйҙең яҙмышын хәл иткәндә һеҙ тынып ятманығыҙ – Ватан өсөн бөтә һуғыштарҙа ла ҡатнаштығыҙ, атлы полктарығыҙ менән ташҡындай ташландығыҙ. Был юлы ла яугир башҡорт атына дәррәү атланыр, ҡулына ҡорал алыр, Император Байрағы аҫтында изге походҡа сығыр, тип ышанабыҙ – Император ышана, Ватаныбыҙ ышана. Шул ышанысты аҡларбыҙ!

Йыйын: -- Аҡларбыҙ! Аҡларбыҙ!

-- Полктарға доброволь яҙылабыҙ!

Ладыгин. Юлға сыҡҡан һәр полк Воздвиженск крепосы аша үтә, Ырымбурҙан килгән махсус комиссия тикшереп, юл картаһы бирә.

Буранғол. Быйыл яман ҡоролоҡ килеүгә ҡарамай, берҙәм күтәреләйек. Өҫтәлмә рәүешендә дәүләт ҡаҙнаһына алтын-көмөшләтә иғәнә, Рәсәй армияһына яҡшы менге аттар йыйып бирәйек.

Йыйын: -- Бирәйек!

Буранғол. Рәхмәт, йәмәғәт! Император Александр ғали йәнәптәренең изге башланғысына Хоҙайҙан ярлыҡау һорап, бер тыу бейә менән тананы ҡорбанға салдыҡ, йәмле Һаҡмар буйында тирмәләр ҡороп, ҡаҙандар аҫтыҡ – ҡунаҡтар һәм бөтөн йыйын ҡорбан ашына рәхим итегеҙ, ҡуҙғалыштыҡ!

 

Йүнәлешә башлайҙар.

 

Буранғол. Йәнтүрә кейәү, Ғәзимәң ҡайҙа?

Йәнтүрә. Ҡаҙан тирәһендә аш яраштыра, ҡайным.

Буранғол. Ярай, оло ҡунаҡтарҙы табынға оҙата тор.

Йәнтүрә. Йә, ҡайным (китә).

Ҡаһарман. Атай, ашығам, ашҡа ҡала алмайым. Беләһең, кисекмөҫтән полкыма ҡайтып етергә. Хоҙайҙан именлек теләп, ошонда хушлашайыҡ. Эйәрләнгән арғымағым тыбырсынып көтөп тора.

Буранғол. Балам, яу ҡырҙары аяуһыҙ, иҫән-аман йөрөй күр.

 

Юлдашбикә, Зөләйхә килә.

 

Юлдашбикә. Аллаһы Тәғәлә ризығыңды өҙмәһен, Рәсәй дошмандарын еңеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайт, батырым.

Зөләйхә (илап). Китмә, китмә!..

Ҡаһарман (ҡыҙҙы ҡосаҡлап). Мәңгелеккә китмәйем, кейек ҡоштар кеүек осоп ҡайтырмын, йәнкәйем!

Зөләйхә. Мине үҙеңдән ҡалдырма!..

Буранғол. Әфисәр кәләшеһең, тотҡарлама яугирҙе.

Зөләйхә. Аһ!..

Ҡаһарман. Көт, йәнекәйем, көт – таш яуһа ла осоп ҡайтырмын! (Ашығыс китә).

Буранғол (улының артынан эйәрә биреп). Полкым менән үҙем барып етермен, теге йылдарҙағылай, Наполеон Бонапартты бергәләп дөмбәҫләрбеҙ!

Юлдашбикә. Үҙем дә үҙем, тиһең – мине уйламайһың!

Буранғол. Ныҡ уйлайым, бисәкәй, аттар ҡушарлатып, икәүләшеп китербеҙ!

Зөлхизә. Мин дә һеҙҙең менән китәм, Ҡаһарманымды барып тапмайынса ҡуймайым!

 

ШАРШАУ

ИКЕНСЕ ШАРШАУ

Өсөнсө сәхнә

 

Бородино һуғышы бара. Кутузов ғәскәрҙәренең позициялары һул флангыла Шевардино редутынан башлап уңға табан Ҡыҙыл убалағы Раевский батареяһы (үҙәктә Бородино ҡасабаһы) аша Маслово ауылынаса уң флангыға ҡарай һуҙылған. Уң флангыла резервҡа ҡуйылған Платов казак корпусындағы 1-се Башҡорт атлы полкы корпустың һул флангыһында – Раевский батареяһы тәңгәлендәге урман ышығында тороп һағалай. Урман ситендәге ҡалҡыулыҡта Ҡаһарман (подзор торбаһынан), Йәнтүрә аҡландағы дошман хәрәкәтен күҙәтә. Пушкалар гөрөлтөһө.

 

Ҡаһарман. Раевский батареяһы йән аямай һуғыша. Ике яҡ йөҙгә-йөҙ төкәлеште (түҙемһеҙләнеп йөрөй).

Йәнтүрә. Нимә көтәбеҙ һуң? Ҡылыстарҙы ҡындан һурырға ваҡыт! Егеттәребеҙ ярһый, аттарыбыҙ ер тырнай.

Ҡаһарман. Ашыҡҡан – ашҡа бешкән, бында ни өсөн ҡуйылыуыбыҙҙы онотма. Бына-бына беҙгә лә сәғәте һуғыр.

 

Платов инә.

 

Платов. Капитан, полк әҙерме?

Ҡаһарман. Беҙ һәр саҡ әҙер, ваша светлость. Тик сафтар һирәгәйҙе, беләһегеҙ.

Платов. Беләм. Әле генә илегеҙҙән өҫтәлмә көс килеп етте, бер сотняһын һеҙгә бирәм. Көсәйеп керерһегеҙ.

Йәнтүрә. Ауыҙығыҙға бал да май, господин генерал!

Ҡаһарман. Рәхмәт.

Платов. Батареяны күрәһегеҙме?

Ҡаһарман. Күрәм, туптары ҡаты ата.

Платов. Наполеон, моғайын, фронтты шунда өҙөп, беҙҙең тылға сығырға, уратып алып юҡ итергә самалай.

Ҡаһарман. Шуға оҡшай.

Платов. Приказ үҙ көсөндә ҡала. Раевскийҙың хәлдәре мөшкөлләнһә, ҡылыс айҡап дошман флангыһына ташланығыҙ, паника тыуҙырығыҙ!

Ҡаһарман. Есть!

 

Платов китә.

 

Ҡаһарман. Төшөндөңмө?

Йәнтүрә. Иншалла, өҫтәлмә көс киләсәк.

Ҡаһарман. Бар, ҡаршыла.

 

Йәнтүрә ашығыс китә. Кутузов менән Беннигсен инә, Ҡаһарман, подзор торбаһына өңөлөп, абайламайыраҡ ҡала.

 

Кутузов. Капитан, нимә күренә унда?

Ҡаһарман. Ваша светлость, ғәфү итегеҙ, абайламай ҡалғанмын...

Кутузов. Наполеонды абайланығыҙмы һуң?

Ҡаһарман. Уны беҙҙең ҡылыстар абайлаясаҡ, ваша светлость.

Кутузов. Һәй маладис, ҡәҙерле башҡорттарым! (Ҡаһармандың подзор торбаһын алып, һуғыш ҡырын күҙәтә. Беннигсенға). Бонапарт үҙенең яратҡан алымын ҡабатлай.

Беннигсен. Ә был ҡәҙерлеләребеҙ ниңә себен һимертә?

Ҡаһарман. Платов приказы буйынса, хәл иткес мәлдә ябырылырға торабыҙ.

Кутузов (подзор торбаһын эйәһенә ҡайтарып). Командирҙың приказын үтәгеҙ.

Ҡаһарман. Есть! Рөхсәт итегеҙ китергә?

Кутузов. Рөхсәт. (Ҡаһарман китә).

Беннигсен. Михаил Илларионович, ғәфү итегеҙ... ниңә был ярымҡырағай халыҡты «ҡәҙерлеләрем» тип осондортаһығыҙ?

Кутузов. Сөнки улар ысынлап та минең ҡәҙерлеләрем.

Беннигсен. Ә?!.

Кутузов (һыңар күҙен ҡаплаған бәйгә төртөп). Быны күрәһегеҙме? Төрөк йәҙрәләре яуған һуғыш ҡырынан мине башҡорт күтәреп алып сыҡты... һеҙ атаған «ярымҡырағай»... Туғаным кеүек улар.

Беннигсен. Хоҙай һаҡлаһын, православныйға мосолман нисек туған булһын?!

Кутузов. Һеҙ быны, моғайын, ҡанығыҙ аҡҡас ҡына белерһегеҙ, аңларһығыҙ.

 

Китәләр. Ҡаһарман инә.

 

Ҡаһарман. Дәһшәтле мәл, беҙгә лә сәғәт һуҡты, буғай... Өҫтәлмә көс килеп етмәй...

 

Йәнтүрә йүгереп инә.

 

Йәнтүрә. Командир, Раевский батареяһы тәңгәленән Өфө йәйәүлеләр батальоны һәм ырымбур казак полкы егеттәре беҙҙән ярҙам ялбара, хатҡа яҡшы таныштарым -- батальондағы башҡорт типтәрҙәре Бакиров Ислам, Солтанов Тимерйән, Әхмәтов Арыҫлан, Сөләймәнов Әхтәм, Нуриев Салауат ҡул ҡуйған, ә Ырымбур полкынан – үҙебеҙгә яҡшы билдәле казак атаманы Ладыгин...

Ҡаһарман. Яҡшы. Өҫтәлмә көстө беҙҙең арттан үҙең яуға алып кер!

Йәнтүрә. Есть, командир!

Ҡаһарман. Егеттәр, аттарға атланырға! (Йүгереп сығып китә). Ҡылыстарҙы һурырға! Марш-марш, минең арттан!

Йәнтүрә. Киттеләр...

 

Тояҡ тупылдауҙары. Зөләйхә, йүгереп инеп, Йәнтүрәне ҡосаҡлай; кейем тышынан ҡыҙыл ярымайлы аҡ күкрәксә бәйләгән.

 

Зөләйхә. Йәнтүрәкәй ағайым, ағайым!..

Йәнтүрә. Бәй, һылыуым, Айҙан төштөңмө әллә?! Һинме был, Зөләйхә һылыуым?

Зөләйхә. Мин, мин! Эскадронға яҙылып килеп еттем. Эскадрон әнә тора.

Йәнтүрә. Күкрәксәңдә үҙебеҙҙең ярымай... Был ниндәй яңы хикмәт?

Зөләйхә. Ошо мосолман башым менән нисек итеп ҡыҙыл тәре тағайым, ярымайҙы үҙем әтмәләп алдым. Яраларығыҙҙы бәйләрмен, ауырыуҙарығыҙҙы имләрмен. (Ҡаранып). Ә Ҡаһарманым ҡайҙа?

Йәнтүрә. Ҡаһарманың ҡаһарманлыҡ ҡырында! Эскадрон, аттарға атланырға, ҡылыстарҙы һурырға! Ҡаһарманыңды ут эсендә табырһың!

 

Китәләр. Кутузов, Платов керә.

 

Кутузов. Казактарың француздың арт һабағын яҡшы уҡытты, шул арҡала дошман артҡа сигенде, рәхмәт.

Платов. Раевский батареяһы тәңгәлендә ҙур юғалтыуҙар кисерҙек, ике яҡтың да мәйеттәре өҫтө-өҫтөнә өйөлдө. Яралыларҙы йыйнайбыҙ.

Кутузов. Беннигсен да шунда ине, йәрәхәтләнгән, тинеләр...

Платов. Йәҙрә ярсығы беләк тамырын киҫкән... Ярай, башҡорт шәфҡәт туташы ҡанын туҡтатып өлгөрҙө, юғиһә китә ине...

Кутузов (суҡынып). Слава Богу, бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған икән.

Платов. Яралылар араһында капитан Ҡаһарман Буранғолов та бар, тиҙәр. Әнә, алып киләләр.

 

Яралылар һалынған йәнәшә ике носилка араһында Зөләйхә, алмаш-тилмәш, Беннигсенды һәм Ҡаһарманды хәстәрләй. Ҡаһарман ятҡан носилканың бер башын Ладыгин тотҡан.

 

Платов (яралыны барлап). Капитан Буранғолов... Казак, йөктө ниңә рядовойға бирмәнең?

Ладыгин. Туғанымдай ҡәҙерле яҡташым бит. Ошо туғанымдың полкы беҙҙе тамам ҡырылыуҙан ҡотҡарҙы.

Зөләйхә. Носилкаларҙы ипләп кенә ҡуйығыҙ (ҡуялар), лазарет арбаһын көтәйек.

Кутузов (Ҡаһарманға эйелеп). Геройҙың хәле нисек?

Зөләйхә. Яраһы ҡурҡыныслы түгел – йәҙрә ярсығы маңлайын шаңҡытып үткән, әле генә иҫенә килә алмай.

Кутузов (Беннигсен эргәһенә килеп). Һеҙҙең хәлде Платовтан ишетеп белдем. Слава Богу, һине юғалтыу ҡайғыһын кисермәнек... фәрештәгеҙ һаҡлаған.

Беннигсен. Ғәфү итегеҙ, әлегә хәлем юҡ... әнә тора ул фәрештәм, ҡыҙыл ярымай алиһәһе.

Кутузов. Әммә туғаным түгел, тип әйтмәксеһегеҙ?

Беннигсен. Туғаным, туғаным!..

Кутузов. То-то оно. Тиҙерәк төҙәл, штабной.

Беннигсен. Һум иттән генә үткән, бөгөндән үк аяҡҡа баҫасаҡмын! Артыбыҙҙа Мәскәү!

Кутузов. Артыбыҙҙа Мәскәү...

Ҡаһарман (иҫенә килеп, ыңғырашып). Мин ҡайҙа, ни булды?

Зөһрә. Һөйөклөм, Ҡаһарманым, һин саҡ ҡына яраландың... тыныслан, гел эргәңдә булырмын, үҙем һауыҡтырырмын (үбә).

Ҡаһарман. Өнөммө, төшөммө? Әллә һаташаммы? Зөләйхәм, ысынлап та һинме был?

Зөләйхә. Мин, мин!

Ҡаһарман. Һөйөклөм... (Иҫен юя).

Платов. Яралыларҙы лазарет арбаһына!

Беннигсен. Капитан менән икебеҙҙе бер палатаға һалырға, ярымайлы шәфҡәт туташы яныбыҙҙан китмәһен!

Кутузов. Булһын шулай. (Носилкаларҙы илтәләр).

 

 

Дүртенсе сәхнә

 

Мәскәү янындағы Фили ауылының бер йортонда хәрби кәңәшмә, Рәсәй армияһы генералдары йыйылған: Кутузов, Барклай, Беннигсен (яралы ҡулы бәйле – муйынына эленгән) һәм башҡалар.

 

Кутузов. Генерал әфәнделәр, Бородино ҡырында күрһәткән батырлыҡтарығыҙ менән барығыҙҙы ла ҡотлайым. Дәһшәтле бәрелештә донъяның иң көслө ике армияһы йөҙгә-йөҙ килде, икеһе лә, ҡыйралмайынса, яңы һуғыштарға һәләтле ҡалды. Бына генерал Беннигсен яралы хәлдә китлеп еткән... Хәҙерен, генерал Беннигсен әйтмешләй, артыбыҙҙа Мәскәү терәлеп тора. Икенең бере: Беннигсен әфәнде тәҡдименсә, иртәгә үк хәл иткес һуғышырғамы, әллә, Мәскәүҙе артта ҡалдырып, артабан сигенергәме? 1-се Көнбайыш армия сардары Барклай де Толлиға һүҙ бирелә.

Барклай. Генерал Беннигсен тәҡдим иткән позицияны ҡарап сыҡтым, ләкин ул беҙҙең өсөн – һәләкәтле, Наполеон өсөн табышлы булыр ине, тип һанайым. Әле генә ҡанһыраған армиябыҙҙы күрәләтә һәләк итеү булыр ине. Мәскәүҙе юғалтыу – Рәсәйҙе юғалтыу түгел.

Беннигсен. Шуның өсөнмө Бородино ҡырында ҡырҡ биш мең геройыбыҙҙы, шул иҫәптән егерме өс генералыбывҙҙы ҡорбан ҡылдыҡ?! Мәскәүҙе дошманға ҡалдырыу – шул данлы батырҙарыбыҙ рухына хыянат итеү булыр ине. Ошо урында уҡ ҡабат позициялар биләргә, хәл иткес бәрелешергә! (Күмәкселек Беннигсенды тотанаҡлап шаулай).

Кутузов (тороп). Бөтөнөбөҙ ҙә Ватан патриоттары – һеҙҙе яҡшы аңлайым. Ләкин мин асы хаҡлыҡ яҡлы: Мәскәүҙе юғалтыу – Рәсәйҙе юғалтыу түгел, ә армияны юғалтһаҡ, Рәсәй юғаласаҡ.

 

Өс-дүрт кеше генә Кутузовты тотанаҡлай.

 

Беннигсен. Михаил Илларионович, күпселек минең яҡлы. Һеҙҙең ҡарар күпселеккә таянырға тейеш.

Күмәкселек: -- Дөрөҫ! Мәскәү ҡапҡаһы алдында һуғышып хәл ҡылынһын!

 

Кутузов икеләнеп торған арала, Ростопчин атлығып керә.

 

Ростопчин. Әфәнделәр, Михаил Илларионович, ашығыс депеша! Санкт-Петербургтан – Император Александр беренсе ғали йәнәптәренән.

Кутузов. Күктән төшкәндәй булды (конверты асып уҡый). «Секретно, кенәз Кутузовҡа Ростопчин әфәнде тапшыра. Бородино ҡырында хәл ителмәһә, Мәскәүҙе ҡалдырып сигенергә, ләкин армияны һаҡлап ҡалырға. Александр». (Тынлыҡ). Бына шулай. Тәртипле рәүештә Тарутино йүнәлешендә сигенергә! (Генералдар ҡуҙғалыша).

 

 

Биш


Понравилась статья? Добавь ее в закладку (CTRL+D) и не забудь поделиться с друзьями:  



double arrow