double arrow

Юлаев, Салауат Юлай улы

Тормош юлы

1919-сы йылдың 20-сы октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941-се йылда Башҡорт Дәүләт университетының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.

 

Ҡарҙар ирер, йылы ел иҫһә, Ҡарҙар китеп барыр, яҙ килһә; Бәлки, үсем кәмер дошманға, Тәнемдәге тимер иреһә. Ун туғыҙ йыл әрней ул яра, Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

—Мостай Кәрим. "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа...", [1]

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтып килгәс ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән.

2005-се йылдың 21-се сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

Иң билдәле әҫәрәре

§ Шиғриәт йыйынтыҡтары: «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Заманалар», пьесалары: «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат. Өн ҡатыш ете төш», «Ташлама утты, Прометей!»

§ Повестары: «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өстаған», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

§ Социалистик Хеҙмәт геройы (1979)

§ II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (2004 йылдың 9 ноябре)

§ III дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (1995 йылдың 28 апреле)

§ 2 Ленин ордены (1967, 1979)

§ I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985)

§ II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945)

§ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1955, 1962)

§ Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)

§ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)

§ Почёт билдәһе ордены (1949)

§ РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшлеклеһе (1982)

§ БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1963)

§ Башҡортостандың Фәнәр Академияһының почетлы академигы (1992)

§ 1940 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы

§ Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М.А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия

Хәтер

Мостай Кәрим исемен Башҡортостан республикаhының Милли Йәштәр театры йөрөтә. Шулай уҡ Өфөләге бер урамға Мостай Кәрим исеме бирелгән

Юлаев, Салауат Юлай улы

Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Салауат Юлаев (мәғәнәләр).

Салауат — башҡорт үҙаңының нормаһы. Алексей Иванов. Рәсәйҙең һырты.[1]

 

Салауат Юлаев (1754 — 1800) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир. Пугачевтың көрәштәше, 1773 — 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Юлай Аҙналиндың улы.

Салауаттың бала һәм үҫмер сағы

1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур виләйәте, Өфө провинцияһы, Шайтан-Көҙөй олоҫо, Тәкәй ауылында тыуған. Тәкәйауылы 1775 йылда яубаҫыусылар тарафынан яндырылған, хәҙерге выҡытта урыны Башҡортостандың Салауат районынатура килә. Атаһы Юлай Аҙналин Шайтан-Көҙөй олоҫо старшинаһы, халыҡ араһында ихтирам яулаған, ваҡытына күрә алдынғы ҡарашлы кеше. Салауат бала сағында уҡ төрки телендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын хәтирәләр бәйән итә. Йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған ырыу ерендә урынлашҡан Эҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында туҙҙыра һәм яндыра.

Крәҫтиәндәр һуғышы

Ырымбур далаларында 1773 йылдың 17 сентябрендә әбей батша – Екатерина ҡаршы халыҡ ихтилалы күтәрелә. Ихтилалды, Петр I исемен ҡулланып, казак Емельян Пугачев етәкләй. 1773 йылдың 12 ноябрендә ихтилалсыларға йәш поход старшинаһы Салауат етәкселегендә бер төркөм башҡорт яугирҙәре килеп ҡушыла. Улар батша ғәскәрҙәре менән беренсе тапҡыр 1773 йылдың 12 ноябрендә, Ырымбур ҡәлғәһе янында, алышҡа инәләр. Салауат ноябрь – декабрь башында Пугачев етәкләгән яуҙарҙа, шул иҫәптән Ильин ҡәлғәһен алыуҙа, ҡатнаша һәм яралана. Ырымбур ҡәлғәһе тирәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыш оҫталығы өсөн егерме йәше лә тулмаған Салауатҡа Петр III исеменән полковник дәрәжәһе бирелә.

Артабан Салауат етәкләгән айырым корпус Красноуфим-Көнгөр яҡтарына китә. 1774 йылдың ғинуар айында Көнгөр ҡәлғәһе ҡамауға алына. Апрель айында Салауат ғәскәре менән кире Әй-Йүрүҙән буйҙарына ҡайта. 1774 йылдың 3 һәм 5 июнендә Әй буйында урынлашҡан Ҡыйғы ауылы янында батша ғәскәрҙәре менән көслө алыштар була. Был алышта ихтилалсылар ҙур еңеү яулай һәм артабанғы алыштар Көнгөр һәм Оса ҡәлғәләре тирәһенә күсә. Оса ҡәлғәһен 14 июндә ҡамауға алалар, 21 июндә ҡәлғә ихтилалсылар ҡулына күсә.

Пугачев ғәскәренең төп өлөшө Ҡазан тарафтарына юллана, Салауат Юлаев етәкселегендәге төркөм Башҡортостан биләмәлерендә ҡалған батша ғәскәрҙәре менән көрәшеүен дауам итә. Август айында Өфө ҡәлғәһе ҡамауға алына. Төньяҡтан Салауат Юлаев төркөмө,көньяҡтан – Ҡасҡын Һамаров, көньяҡ-көнбайыштан – Ҡәнзәфәр Усаев, төньяҡ-көнсығыштан – Туктамыш Ишбулатов төркөмдәре ҡамауҙа тора.

Даими хәрби әҙерлек үтҡән ғәскәрҙәргә ҡаршы көрәш алып барыуы еңел булмай. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша, шул иҫәптән 11 алышты үҙе етәкләй. Батша ғәскәрҙәре менән һуңғы алышы 1774 йылдың ноябрь айы аҙағында, Ҡатау-Ивановск заводы тирәһендә була.

Салауат Юлаев 1774 йылдың 24 ноябрендә ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин, арҡаҙашы Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең Троицк сиркәүенең иҙән аҫты зинданында ябып тотола. Тикшереү, һорау алыу, язалау, хөкөм итеү эштәре Өфөлә, Ҡазанда,Мәскәүҙә 339 көн дауамында алып барыла. Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты, атаһы Юлай Аҙналинды Ырымбурға, Өфөгә һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язаға тарттыралар. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайҙарына һәм биттәренә «В», «У» (вор, убийца) тамғалары баҫалар. Икенсе сығанаҡтар буйынса, «З», «Б», «И» (злодей, бунтовщик, изменник) тамғалары баҫылған, тигән мәғлүмәт бар.

1775 йылдың 2 ноябрендә Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә, мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә. Юлдары Өфөлә башлана һәм Минзәлә – Ҡазан – Түбәнге Яңыҡала – Мәскәү – Тверь – Бөйөк Яңыҡала – Ревель аша үтеп, Рогервик ҡәлғәһендә тамалана. Хәҙерге ваҡытта был ҡәлғә — Эстонияның Палдиски ҡалаһы. Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндәБалтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә вафат була.

Шағир – сәсән

Башҡорт халҡының Салауат Юлаевҡа ҡарата булған мөнәсәбәте уны шағир – сәсән итеп таныуында, шиғри әҫәрҙәрен быуындан-быуынға тапшырып һаҡлауында яҡты сағыла. Салауат Юлаевтың 500-ҙән ашыу шиғыр юлдары билдәле. Башҡорт халҡын кәмһетеүселергә ҡаршы көрәшкә саҡырыу «Яу», «Уҡ», «Егеткә» исемле шиғырҙарында яңғырай. «Уралым», «Тыуған ил», «Һандуғас» исемле шиғырҙары тыуған ергә ҡарата изге тойғолар менән һуғарылған. Ҡатын-ҡыҙға булған мөхәбәте «Зөләйха» исемле шиғырында яҡты сағыла.

Салауат Юлаевтың шиғырҙарын һәм йырҙарын был сайта уҡырға була Шиғриәт – Салауат Юлаев

Башҡорт батыры мәңге онотолмаҫ

Башҡорт батыры Салауат Юлаев халҡыбыҙ тарафынан ҙур ихтирамға лайыҡ. Батырҙың һуңғы «Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттарым!» тигән ораны дөрөҫкә сыҡты, Салауат Юлаев әле һаман башҡорт халҡы менән бергә йәшәй.

Салауат Юлаевтың исеме башҡорт,урыҫ, татар һәм башҡа милләт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары, рәссамдары, скульпторҙары,композиторҙары әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән. Башҡортостанда Салауат ҡалаһы, Салауат районы, Өфө ҡалаһында Салауат Юлаев проспекты, спорт һарайы, «Салауат Юлаев» хоккей клубы, башҡа ҡала һәм ауылдарҙа урамдар, ойошмалар Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Батырҙың тыуған яғында, Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы, Әлкә ауылында (элекке Юлай ауылы) музей бүлексәһе эшләй.

1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһында Салауат Юлаевҡа (скульптор Тавасиев) беренсе һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәлдең рәсемеБашҡортостан гербында урын алған. Бөгөнгө көндә башҡорт батырына һәйкәлдәр бик күп.

1967 йылда БАССР хөкүмәте әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәрҙе билдәләү өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия булдырҙы. Был премия 1992йылдан Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тип атала.

1999 йылда Башҡортостан Республикаһының иң юғары бүләге – Салауат Юлаев ордены булдырылған.

2005 йылдан башлап, июнь айының икенсе яртыһында, республика күләмендәге халыҡ байрамы – «Салауат йыйыны» үткәрелә.

Халыҡ хәтере уның үҙе һәм исеме менән бәйле бик күп иҫтәлекле, тарихи урындарҙы һаҡлай.

Силәбе, Ҡарған, Ҡаҙан, Ырымбур, Лянтор (ХМАО), Донецк (Украина) ҡалаларында Салауат исемен йөрөткән урамдар бар

 


Понравилась статья? Добавь ее в закладку (CTRL+D) и не забудь поделиться с друзьями:  



Сейчас читают про: