Тема 4. Морфология. Исем – борондан грамматик

формалашҡан һүҙ төркөмө.

(4 сәғәт)

Ҡыҫҡаса йөкмәткеhе. Боронғо төрки телендә hүҙ төркөмдәренең системаhы. Уларҙың составы hәм формаль билдәләре. Һүҙ төркөмдәренең генезисына типологик ҡараш. Синкретизм күренеше.

Исем – борондан грамматик формалашҡан hүҙ төркөмө. Төрки телдәрендә килеш системаhының тарихы. Боронғо төрки телендәге килеш системаhының хәҙерге төрки телдәренeң байтаҡ айырылған булыуы. Хәҙерге төрки телдәрендә килеш системаhының нигеҙҙә тап килеүе.

Эйәлек hәм төшөм килештәрҙe билдәлелек менән билдәhеҙлектең сағылышы.

Яҡут телендә эйәлек килеш ялғауҙарының булмауы.

Зат hәм кyрheтеy алмаштарында төбәү (йүнәлеш), урын-ваҡыт hәм сығанаҡ килеш ялғауҙары алдынан эйәлек килештең ялғауы килеп, ялғауҙар ҡатлауланыуы (hары уйғыр: униңға, униндин).

Уғыҙ телдeрендә (төркмән, азербайжан) ялғау алдында тартынҡыларҙың булмауы.

Сыуаш телендә килеш ялғауҙарының үҙенсәлекле булыуы. Килеш ялғауҙары менән бәйләүестәрҙең килеүе.

Күплек ялғауы. –лар ялғауының боронғо төрки телендә лә hәм хәҙерге төрки телдәрендә лә булыуы.

Боронғо төрки телендә -з ялғауының күплектә белдереүе. Төрки телдәрендә күплектең пассивлығы.

Эйәлек ялғауҙары. Хәҙерге эйәлек ялғауҙарының боронғо төрки телендәгегә яҡын булыуы.

Хәбәрлек ялғауҙарының исемгә генә түгел, сифат, hан hәм алмаштарға ҡушылыуы. Хәбәрлек ялғауҙарының эйәлек ялғауҙарынан hуңғараҡ барлыҡҡа килеүе. Эйәлек менән хәбәрлек ялғауының ҡатлауланыуы.

Һүҙьяhалыш. Уның ысулдары. Аффикстар менән исем яhалышы. Ҡылымдың ҡайhы бер ялғауҙарының исем яhаусыға әүерелеүҙәре. Парланыу, ҡабатланыу.

Тема 5. Сифат. Яhалышы hәм дәрәжә формалары.

(2 сәғәт)

Ҡыcҡаса йөкмәткеhе. Үҙ аллы hүҙ төркөмө булараҡ сифат. Тамыр hәм яhалма сифаттар. Сифат дәрәжәләре: сағыштырыу, аҙhытыу, көсәйтеү дәрәжәләре. Аҙhытыу дәрәжәhе менән иркәләү-кесерәйтеү ялғауҙарының бәйләнеше. Сифаттың, аныҡлаусы hүҙ төркөмө булараҡ, грамматик ялғауҙарының юҡ дәрәжehендә булыуы.

Сифат яhалышы. –лығ(-лиг) ялҡауының боронғо төрки телендә сифат яhауы (азығлығ-аҙыулы). –лы/-ли (башkорт телендe –лы/-ле, -ло/-лө) хәҙерге төрки телдәрендә продуктив ялғау булыуы. Уның кире төшөнсәhен –сыз (башkорт телендә –hыҙ…) ялғауы белдереүе. –ығ/-иғ ялғауы, -ҡы/--ки ялғауы, -таҡы/-дeки ялғауы. Исемдән, kылымдан яhалған сифаттар. Исем менән уртаҡ ялғауҙар.

Тема 6. Боронғо hәм хәҙерге төрки телдәрендә hандар.

Боронғо, хәҙерге телдәрҙәге зат hәм крhәтеү алмаштары.

(2 сәғәт)

Ҡыҫҡаса йөкмәткеhе. Боронғо төрки телендә hан системаhының үҫешкән булыуы. Һан төркөмсәләре: рәт, йыйыу, бүлем, сама hандары. Боронғо төрки телендәге hәм хәҙерге телдәрҙәге төрлө ялғауҙар hәм уларҙың тарихи үҫеше. Сама төшөнсәhен биреүсе сараларҙың күп булыуы.

Алмаш абстракт төшөнсәле булыуына ҡарамаҫтан – боронғо hүҙ төркөмө. Быны грамматиканың бүтән өлкәләрен тикшергәндә иҫтә тоторға кәрәк. Боронғо hәм хәҙерге төрки телдәрҙәге зат hәм кyрhәтеү алмаштары. Алмаштарҙың килеш менән yҙгәрешендәге үҙенсәлектәр. Бының сәбәптәре. Был күренеш буйынса төрки телдәрҙең бер-береhенә бәйләнеше.

Күрhәтеү алмаштарында яҡынлыҡ-алыcлыҡ hәм телмәрҙe бынан алда иҫкe алыныу-алынмауҙың сағылышы.

Һорау алмаштары hәм улар буйынса алмаш hүҙ төркөмөнөң бөтә үҙ аллы hүҙ төркөмдәренә бәйләнеше.

Билдәләү, билдәhеҙлек, юҡлыҡ алмаштары.

Тема 7. Ҡылым. Ҡылымдың зат-күплек,

заман, hөйкәлеш, йүнәлеш, юҡлыҡ категориялары.

(2 сәғәт)

Ҡыҫҡаса йөкмәткеhе. Ҡылымдың грамматик яҡтан үҫешкән булыуы. Синкретик тамырҙар (йәғни бер үк тамырҙың ҡылым да, исем дә булып килеүе).

Ҡылымдың зат-күплек, hөйкәлеш, заман, юҡлыҡ hәм йүнәлеш категориялары.

Ҡылымдың зат ялғауҙарының ике төрлө булыуы. Зат ялғауҙарының 1-се төркөмөнөң зат алмаштарына яҡынлығы hәм 2-се зат ялғауҙарының ҡатмарлы hәм варианттарының кyп булыуы.

Бойороҡ hөйкәлеше hәм уның формалары: бар (барсы, барhаңсы, барhана…), барғыл, барғын, барың (барығыҙ).

Теләк hөйкәлеше hәм уның формалары: -ға(й), -а(й).

Шарт hөйкәлеше. –са(-hа), -сар(-сeр), яҡут телендә –тар.

Хәбәрлек hөйкәлеше. Шаhитлы үткән заман (-ды). Уның барлыҡҡа килеү тураhында тюркологтар. Шаhитhыҙ үткән заман (-ған, -мыш). –ып формаhына нигеҙләнгән үткән заман (ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, нуғай hәм үҙбәк телдәрендә).

Хәҙерге заман ялғауы –а(-e, -й). Киләсәк заман ялғауҙары –ыр…-ар, -асаҡ (-ачак).

Юҡлыҡ формалары:-ма(-мe). Йүнәлеш (залог) категорияhы. Залог – лексик-грамматик категория. Төп йүнәлеше, ҡайтым йүнәлеше, уртаҡлыҡ йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше.

Сифат ҡылым – боронғо лексик-грамматик төркөмсә. Yткән заман сифат ҡылым (-ған, -мыш, -быт). Киләсәк заман сифат ҡылым (-ар, -ыр; -ачак). Хәҙерге заман сифат ҡылым. Һуңғы осорҙа барлыҡҡа килгән сифат ҡылымдар.

Хәл ҡылым. –ып (-ип) ялғауына бөткән хәл. –а(-e, -й), -ҡач (-кeч, -ғач, -гeч), -ҡанчы (-кeнче, -ғанчы, -гeнче) h.б. Хәл ҡылым формаларының дауам итеүе. –ыр(-ир) hәм –ған (-гән) ялғаулы сифат ҡылымдарҙың hәм –а (-ә, -й) ялғаулы хәл ҡылымдарҙың затлы ҡылымдарҙан боронғо булыуы. Күп кенә заман формаларының нигеҙендә yрҙә hаналған формаларҙың булыуы.

Уртаҡ ҡылым hәм супин. Уртаҡ ҡылымдың инфинитив кимәленә үҫешеп етмәүе. Супин төшөнсәhен биргән формалар (-ҡалы, -а, -маға…).

Исем ҡылымдың боронғо hәм хәҙерге телдәрҙeге формалары. Хәрәкәт ҡабатланыуын белдергән формалар: -ҡыла, -штыр, -ҡысла, -шла, -ала, -анла h.б.

Тема 8. Төрки телдәр ғаилehендә рәүеш hәҙ төркөмө.

(2 сәғәт)

Ҡыҫҡаса йөкмәткеhе. Боронғо төрки телендә рәүештәрҙең аҙ булыуы. Рәүештең башҡа hүҙ төркөмдәре иcәбенә үҫә килеүе: а) ялғауҙар ярҙамында; б) килеш hәм хәл ҡылым ялғауҙарының ҡатып ҡалып үҙ парадигмаhынан айырылыуы арҡаhында; в) ике йәки бер нисә hүҙҙе бергә ҡушыу арҡаhында; г) башҡа hүҙ төркөмдәренән булған hүҙҙәрҙең рәүешкә күсеүе арҡаhында (адвербиализация).

Ялғауҙар: -ты (-ти, -ды, -ди) хәҙерге тофалар телендә, -ча (-чә, -са, -сә) h.б.

Рәүештeрҙe ҡатып ҡалған ялғауҙарҙың тарихи грамматика өсөн әhәмиәтле булыуы.

Бүтән hүҙ төркөмдәренә рәүешкә кyсеүҙең төп сәбәптәренең береhе: билдә белдереүсе, аныҡлаусы һүҙ төркөмө рәтенә ҡарағанлыҡтан, мәғәнәhенең абстракт булыуы.

Мәғәнәләре hәм үтәгән хеҙмәттәре менeн рәүешкә тартым булған формалары менән исемдең hәм ҡылымдың рәүешкә күсеүе.

Рәүештең тарихы бүтән hүҙ төркөмдәре менән бәйле булыуы.

Тема 9. Төрки телдәр ғаиләhендә

бәйләүестәр, теркәүестәр, киҫәксәләр.

(2 сәғәт)

Ҡыҫҡаса йөкмәткеhе. Бәйләүестәрҙең hөйләм эсендә исемде ҡылымға, исемде исемгә бәйләүе. Уларҙың билдәле килеш ялғауы менән йәпләшеп килеүе. Ҡайhы бер бәйләүестәрҙең килеш ялғауына әүерелеyе.

Бәйләүестәрҙең тарихи үҫеше структур анализ менән дә асыҡлана (ти-к-ле-м, са-ҡ-лы-м…).

Теркәүестәрҙең боронғо төрки телендә аҙ булыуы. Уларҙың урынына теркәүесле hүҙҙәрҙең ҡулланылыуы.

Төрки нигеҙҙә барлыҡҡа килгән hәм үҙләштерелгән теркәүестәр.

Теркәүестәр хеҙмәтен бүтән грамматик сараларҙың үтәүе.

Киҫәксәләрҙең hүҙҙәргә hәм hүҙбәйләнештәргә модаль биҙәктәр биреп килеүе. Уларҙың ялғауға яҡын булыуы. Киҫәксәләрҙең руна яҙма ҡомартҡыларында самалы булыуы: му (hорау киcәксәhе), ғу(гү) – көсәйтеү-айырыусы киҫәксә, оҡ (oк), күк (hорау киҫәксәhе), иди (кһсәйтеү-раҫлау), нең (бер ниндәй), на (кyрhәтеү киҫәксәhе.).


Понравилась статья? Добавь ее в закладку (CTRL+D) и не забудь поделиться с друзьями:  



double arrow
Сейчас читают про: