Тема 10. Синтаксис

Һүҙбәйләнештәр hәм ябай hөйләмдәр.

(2 сәғәт)

Ҡыҫҡаса йөкмәткеhе. Һүҙбәйләнеш. Атрибутив hүҙбәйлeнештәр: hан-исем, алмаш-исем, сифат-исем, сифат ҡылым-исем.

Изафет: 1-се тибы, 2-се тибы, 3-сө тибы.

Ҡылым hүҙбәйләнештәре:ҡылым-исем.

Ябай hөйләмдәр. Исем hөйләм (хәбәре исем hүҙ төркөмдәренeң – исемдeн, сифаттан, hандан, алмаштан – булған hөйләмдәр). Боронғо төрки телендә исем hөйләмдең булыуы.Ҡылым hөйләм (хәбәре ҡылым булған hөйләм).

Тема 11. Теҙмә ҡушма hөйләмдәр,

эйәртеүле ҡушма hөйләмдәр.

(2 сәғәт)

Ҡыҫҡаса йөкмәткеhе. Теҙмә ҡушма hөйләмдәр.

Эйәртеүле ҡушма hөйләмдәр. Йәнәшәлек

тең ябай hөйләмдәр бәйләнешендә боронғо ысул булыуы.

Эйәрсeн hөйләмгә тартым әйтемдәр (трансформанттар).

-ған, -ан, -на, -дыҡ, -р, -асы ялғауҙарына бөткән сифат ҡылымдарҙың әйтемдәре hәм эйәрсән hөйләмдәр. –ып, -а, -сан, -ғач (-ғас), -ын h.б. ялғауҙарға бөткән хәл ҡылым әйтемдәре hәм эйәрсән hөйләмдәре.

Шарт әйтемдәр hәм эйәрсән hөйләмдәр (-са, -сар).

Теркәүесле ҡушма hөйләмдәр.

Теҙемдәр.

Теҙмә hәм эйәртеүле ҡушма hөйләмдәрҙең, шулай уҡ ҡатмарлы синтаксик конструкцияларҙың барлыҡҡа килеү тарихы.

  1. «Төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы» курсынан студенттарҙың үҙ аллы эштәрен ойоштороу өсөн методик рекомендациялар

Уҡытыу системаһында студенттарҙың фекер үҫешен тәьмин итеү һәм уларҙы ижади эҙләнеү эшенә өйрәтеү маҡсатында һәр курс буйынса үҙ аллы эштәр ойоштороу мөһим сара булып иҫәпләнә. “Төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы” курсында лекцион һәм практик дәрестәр уҡытыла. Семинар дәрестәрҙә студенттарҙың иғтибарын күпселек күнегеүҙәр эшләүгә йүнәлтер кәрәк. Лекцион дәрестәрҙә уҡыусылар теоретик мәғлүмәттәр туплай, ә семинар дәрестәрендә үҙ аллы эштәр менән күберәк мәшғүл була.

Студенттарҙың үҙ аллы эшен төрлөсә ойошторорға мөмкин, уны контролләү юлдары ла күп формала. Юғары уҡыу йорттарында коллоквиум (студенттарҙың белемен һынау һәм арттырыу маҡсатында уҡытыусы тарафынан үткәрелә торған әңгәмә) үткәреү киң таралған. Коллоквиумға күләмле, ғәҙәттә бәхәсле проблемалар сығарыла. Уның темаһы, әңгәмәгә әҙерләнеү өсөн әҙәбиәт исемлеге студенттарға кәмендә 10 көн алдан бирелә.

“Төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы” курсынан түбәндәге тест һорауҙары ярҙамында коллоквиум үткәрергә мөмкин:

1. Башҡорт теленә иң яҡын ҡәрҙәш тел:

- үзбәк

- ҡаҙаҡ

-татар

-сыуаш

  1. Түбәндәге һүҙҙәр ниндәй грамматик категория ҡабул иткән: укучы-быз, кумык, охучы-быз «мы ученики», тат. эшчё-без, кумык, ишчи-биз «мы рабочие»?

- Эйәлек

- Килеш

- Һан

- Хәбәрлек

  1. Эп ыран хулана каятып һөйләме төрки телдәрҙең ҡайһыныһына ҡарай(ниндәй телдә яҙылған)?

- Төрөк

- Сыуаш

- Яҡут

- Ҡаҙаҡ

  1. Китаб алма-г-а гэлмишдир – һөйләме төрки телдәрҙең ҡайһыныһына ҡарай(ниндәй телдә яҙылған)?

- Төркмән

- Тофалар

- Татар

- Әзербайжан

  1. К и-м, чув. ка-х карачаево-балк. не-м, башк. ни-м-э, узб. ни-м – алмаштың ниндәй төркөмсәһенә ҡарай?

- һорау

- күрһәтеү

- зат

- билдәлелек

  1. –са(-hа), -сар(-сeр) ҡылымдың ниндәй категорияһын барлыҡҡа килтереүсе аффикстар?

- һөйкәлеш

- йүнәлеш

- заман

- күләм

  1. -чак (из ч-а-к), ср. тат. и башк. ул ал-ы-р тат. ул ал-ма-с (яа алма-з) ниндәй аффикстар?

- зат

- заман

- һөйкәлеш

- дәрәжә

  1. . –ып, -а, -сан, -fач (-fас), -ын ҡылымдарҙың ниндәй төркөмсә аффиксына ҡарай?

- сифат ҡылым

- исем ҡылым

- хәл ҡылым

- уртаҡ ҡылым

  1. Боронғо төрки телендә -з ялғауы (би-з) нимәне аңлатҡан?

- берлекте

- күплекте

- килеште

  1. Чув. лашу «твоя ло­шадь» или тусу «твой друг» һүҙҙәрендә ниндәй аффикс бирелгән?

- Килеш

- Эйәлек

- Хәбәрлек

- Төркөмсә

Студенттарҙың яҙма формала үҙ фекерен асыҡ, йөкмәткеле, логик эҙмә-эҙлекле һәм тасуири итеп бирергә өйрәтеү мөһим. Улар араһында киң таралған иң ябай эш төрө - конспект (ғилми мәҡәләнең йөкмәткеһендәге төп фекерҙәрҙе, улар нигеҙләнгән факттарҙы, миҫалдарҙы һ.б. ҡыҫҡаса яҙып алыу). Студенттар әҙер мәҡәләне конспектлағанда уның төп фекерен аңларға, мөһим положениеларын күрһәтергә өйрәнә.

Студенттарҙың үҙ аллы эшен дөрөҫ ойоштороу уларға уҡытыусы биргән теоретик белемде аңлы рәүештә үҙләштерергә мөмкинлек бирә һәм курс буйынса зачетҡа йәки имтиханға маҡсатҡа ярашлы әҙерләнергә ярҙам итә.

“Төрки телдәрҙең сағыштырма граммкатикаһы” ҡәрҙәш төрки телдәрҙең грамматикалары сағыштырылып өйрәнелгәнгә текстарға иғтибар йүнәлтергә кәрәк. Текстар өҫтөндә эшләгәндә бер тексты 2-3 телдә лә биреп уларҙың фонетик, морфологик, синтаксик үҙенсәлектәрен асыҡларға мөмкин.

  1. «Төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы» курсынан уҡытыусылар өсөн методик рекомендациялар

а) студенттарға бер нисә ҡәрҙәш телдең үҙенсәлектәрен өйрәтергә кәрәк;

б) ҡәрҙәш төрки телдәрҙә яҙылған текстар менән эшләү;

в) айырым темалар буйынса сығыштар биреп, (мәҫәлән, “Башҡорт һәм татар телдәренең фонетик структураһы”, “Урал-Алтай телдәре” һәм һ.б.) теоретик мәғлүмәтте практик йәһәттән нығытыу өсөн дәреслектәр менән эш итеү;

г) Башҡорт, татар, төрөк, ҡаҙаҡ телдәрендә һүҙгә лингвистик анализ үткәрергә;

д) материалдың характеры һәм уны өйрәнеүҙең дидактик маҡсаттары буйынса: яңы материалды аңлатыу, үҙләштереү, ҡабатлау, студенттарҙың белемен тикшереү, аралаш дәрестәр үткәреүҙе лә күҙ уңында тоторға;

е) белем биреү формаһы буйынса әңгәмә, лекция, диспут, экскурсия һ.б. төрҙәрен файҙаланырға мөмкин;

е) Бер нисә телдә бирелгән тектарҙы уҡытырға;

5. «БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ТАРИХИ ГРАММАТИКАҺЫ»

КУРСЫНЫҢ ПРАКТИК ДӘРЕСТӘРЕНӘ СЕМИНАР ҺОРАУҘАРЫ

СЕМИНАР № 1

Тема 1. Курстың маҡсаттары, өйрәнеү предметы. Төрки телдәр тарихын өйрәнеүҙe принциптар hәм методтар. Алыҫ hәм яҡын ҡәрҙәш төрки телдәр.

(2 сәғәт)

  1. Төрки телдәрҙең фонетик, грамматик формаларыныnң hәм синтаксик берәмектәренең тарихи үҫеше. Яҙма ҡомартҡылар теле, хәҙерге төрки телдәре, уларҙың диалекттары.
  2. Сағыштырма-тарихи методты файҙаланыуҙа М.Kашғари, О.Бетлинг, В.В.Радлов, С.Е.Малов, Н.К.Дмитриев, В.А.Богородицкий, Н.А.Баскаков, Б.А.Серебренников Э.В.Севортян, А.М.Щербак, Н.З.Гаджиева, Э.Р.Тенишев кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәре.
  3. Төрки телдәр тарихын өйрәнеүҙe лингвистик hәм сағыштырма- типологик метод.
  4. Төрки телдәр формалашыуын hәм тарихи үҫешен тикшереүҙe А.Н.Самойловичтың, В.А.Богородицкийҙың, С.Е.Маловтың, Н.А.Баскаковтың классификациялары.

СЕМИНАР №2

Тема 2. Сағыштырма-тарихи фонетика. Боронғо төрки телендә hуҙынғылар системаhы.

(2 сәғәт)

  1. Һуҙынҡыларға характеристика. Алғы hәм артҡы рәт, түбәнге hәм юғары күтәрелеш, иренләшеy hәм иренләшмәү, тамаҡ төбөнөң ҡатнашлығы (фарингализация), оҙонлоҡ hәм ҡыҫҡалыҡ.
  2. Дифтонгылар. Монофтонглашыу: -ыу….>у, -ый…...>и, -айы- >и, -әйе- >и (атайым >әтим, килмәйем> килмим).
  3. Күп ижекле hүҙҙәрҙәге hуыҙнҡылар. Беренсе ижек hуҙынҡылары. Икенсе ижек hәм аҙаҡҡы ижек hуҙынҡылары.
  4. Сингармонизм. Аңҡау гармонияhы. Ирен гармонияhы. Кире сингармонизм. Гармонияhыҙ тел (үҙбәк). Гармонияhыҙ hүҙҙәр

СЕМИНАР № 3.

Тема 3. Боронғо төрки телендә тартынҡылар системаhы.

(2 сәғәт)

  1. Боронғо төрки телендәге тартынҡылар. Артикуляция урындары hәм ысулдары. Шартлаулы тартынҡылар. Ек тартынҡылар (спиранттар). Талғын (сонор) тартынҡылар. Аффрикаталар.
  2. Ассимиляция. Ыңғай hәм кире ассимиляция. Яңғырауланыу, hаңғырауланыу. Спирантлашыу. Тартынҡылар өҫтәлеүе (протеза, эпентеза).
  3. Фономорфология. Тамыр төҙөлөшө. Ялғау варианттары. Ялғаулы hүҙҙең фонетик төҙөлөшө

СЕМИНАР № 4


Понравилась статья? Добавь ее в закладку (CTRL+D) и не забудь поделиться с друзьями:  



double arrow
Сейчас читают про: